Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Май 2020, 17:57

Уҡыусыларҙы алда ниҙәр көтә?

Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин 2019-2020 уҡыу йылы йомғаҡтарына арналған брифинг үткәрҙе.

Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин 2019-2020 уҡыу йылы йомғаҡтарына арналған брифинг үткәрҙе. Быйыл Берҙәм дәүләт имтихандарын юғары уҡыу йортона инергә йыйынған уҡыусылар ғына тапшыра. Урта дөйөм белем тураһындағы аттестат йыллыҡ билдәләр нигеҙендә биреләсәк.
Берҙәм дәүләт имтихандары “Роспортребнадзор” идаралығының коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле күрһәтмәләренә ярашлы ойоштороласаҡ. Һынау үтәсәк пункттарҙа ойоштороусыларҙың да, уҡыусыларҙың да тән температураһын үлсәйәсәктәр, бүлмәләр алдан дезинфекцияланасаҡ. Уҡыусыларҙы бер-береһенән 1,5 метр арауыҡта ултыртасаҡтар.
Быйыл “Һуңғы ҡыңғырау” мәктәптә яңғырамаясаҡ. Ул дистанцион ғына ойошторола. Тантана 29 майҙа була.
9-сы һәм 11-се класты тамамлағандарға белем тураһында таныҡлыҡ 15 июнгә тиклем тапшырыласаҡ. Коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймау маҡсатында барлыҡ санитар-эпидемиологик талаптар теүәл үтәлергә тейеш.
Балаларҙың йәйге ялы 13 июлдә башлана. “Беҙҙең алда ошо осорға тиклем балаларҙың буш ваҡытын ойоштороу бурысы тора”, - тип белдерҙе министр. Өҫтәмә белем биреү учреждениелары, шулай уҡ өҫтәмә белем биреү программаларын ғәмәлгә ашырған мәктәптәр был йүнәлештәге эште 30 июнгә тиклем дауам итәсәк. Уларҙың сайтында барлыҡ күнекмәләрҙең, түңәрәктәрҙең расписаниеһы ҡуйыласаҡ. Бында һүҙ башлыса онлайн-күнекмәләр тураһында бара.
1 июндән республикала мәктәп йәшендәге балалар өсөн онлайн-сменалар эшләй башлаясаҡ. Уларҙың оҙайлығы – 5-14 көн.
Бөгөнгә республика биләмәһендә балаларҙың ялын ойоштороу һәм сәләмәтлеген нығытыу менән шөғөлләнгән ойошмаларҙың реестры төҙөлгән. Унда барлығы 2140 лагерь ингән. Тағы ла 490 ойошма санитар-эпидемиологик һығымта алыу өсөн объектты әҙерләү буйынса эштәрҙе дауам итә. Был эштәр июнь айында тамамланасаҡ.
Брифингта шулай уҡ балалар баҡсаларындағы дежур төркөмдәрҙең эшмәкәрлеге, беренсе һәм унынсы кластарға уҡыусылар ҡабул итеү тураһында ла һүҙ алып барылды.
Читайте нас: