- Интернет, социаль селтәрҙәр аша күреп, күптәр үҙенсә фекер йөрөтә, анализлай. Ә бит шәхси тормош - ул шәхси тормош. Быны аңлағандар, ни сәбәптәндер, һирәк. Әгәр кеше ниҙер хаҡында һөйләргә теләй икән, ул быны эшләйәсәк. Күптән түгел бер интервью уҡыным. "Ә һеҙ ҡасан кейәүгә сығаһығыҙ? Ҡасан бала табаһығыҙ?" тигән һорауҙар бирәләр. Ә ошо хаҡта уйлап ҡарағанығыҙ булманымы: бәлки, был темаға һөйләшеү кеше өсөн ауырҙыр? Бәлки, ул берәй ниндәй проблемаһы булғанға кейәүгә сыға алмайҙыр, йә иһә бөтөнләй бала тыуҙырыу бәхетенән мәхрүмдер", – тип әйтелгән ине интервьюла. Эйе, ҡайһы берәүҙәр был хаҡта уйлап та тормай шул, – тип яуап бирҙе.