Тикшереү эштәренән билдәле булыуынса, йөклөлөгө ауыр үткән ҡатынды Нефтекаманан Өфөгә килтерәләр. Пациентҡа ярҙам күрһәтелмәй һәм сабый әсә ҡарынында үлә. Ярҙам итеү урынына Марина Мөхәмәҙиева ҡорһағында үле бала йөрөткән ҡатынды кире Нефтекама дауаханаһына ҡайтарып ебәрә. Бер нисә сәғәт эсендә уның ҡаны зарарлана башлай һәм ҡатын урындағы дауаханала септик шоктан һәләк була. Суд медицина экспертизаһы ваҡытында ҡатынға ярҙам күрһәтелгәндә, уны ҡотҡарып ҡалыу мөмкинлеге булыуын иҫбатлаған. Тәфтиш комитеты раҫлауынса, ғәйепләнеүсе перинаталь үлем статистикаһын боҙмау маҡсатында ауыр хәлдәге әсәне кире ҡайтарып ебәргән.