"Башинформ" мәғлүмәт агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, "Танып" шифаханаһында өс вахтасыла коронавирус табылған, ҡалғандары өйҙәренә ҡайтарылған."Танып" шифаханаһындағы обсерваторҙан вахтасыларҙы ҡайтарыу башланған. 2020 йылдың 10 майынан был урын Саха-Яҡут республикаһында эшләгән 200 вахтасы өсөн ваҡытлыса йәшәү урыны булып торҙо. Ҡайтыусылар араһында район кешеләре лә бар. Табиптар уларҙың һәр береһен тикшереп, COVID-19-ға анализ алған. Өс вахтасыла коронавирусҡа шик тыуған, улар Бөрө район үҙәк дауаханаһына күсерелгән. Уларҙы душы, туалеты, шәхси гигиена өсөн әйберҙәре, интернет, телевизоры булған уңайлы бүлмәләргә урынлаштырғандар. Ашауҙы номерҙарға килтерәләр, шулай уҡ үҙҙәре заказ менән дә аҙыҡ-түлек алдырта ала. Әле улар медицина хеҙмәткәрҙәренең ҡаты күҙәтеүе аҫтында.