Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Май 2020, 18:15

“Үҙемде һис тә 50-лә тип тоймайым...”

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, моңло тауышлы йырсы, алып барыусы Фәрүәз Урманшин 50 йәшлек юбилейын билдәләй.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, моңло тауышлы йырсы, алып барыусы Фәрүәз Урманшин 50 йәшлек юбилейын билдәләй.
Тормошоноң алтын үренә аяҡ баҫҡан мәлендә яратҡан йырсыбыҙ бына нимә ти: “Шөкөр, “алтын урталыҡ”ҡа ла етелде, ғүмеремдең йәмле йәйенә аяҡ баҫам. Көс-дәрт ташып тора, кәр ҙә бар, ихлас ижад итеү ниәте лә һүнмәгән. Йәшәү ҡәҙерен белеп йәшнәр осор. Үҙемде һис тә 50-лә тип тоймайым, күңелем һаман 25-тә генә кеүек...”
Әйткәндәй, юбилейы айҡанлы йырсы үҙенең тамашасыларына “Күңелем – 25-тә, үҙем 50-лә генә!” тип аталған гастроль туры әҙерләгәйне. Донъяла һәм илдә хәл-торош үҙгәреп китеү сәбәпле, юбиляр уны кисектереп тороуы хаҡында хәбәр итте.
“Тыуған көндө бөгөнгө шарттарҙа өйҙә генә, ғаилә менән үткәрәм. Туғандар, коллегалар менән көҙгөһөн, уңыш йыйған миҙгелдә, билдәләрбеҙ тип өмөтләнәм. Өфөлә юбилей кисәһе 22 октябрҙә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында үтәсәк, тип билдәләнгәйне. Һау-сәләмәт булып, именлектә осрашырға яҙһын!” – ти юбиляр.
Яратҡан йырсыбыҙға ғүмер байрамы айҡанлы ижад ҡомарының һүнмәүен-һүрелмәүен, яңынан-яңы ҡаҙаныштар, именлек-һаулыҡ теләйбеҙ!
Фото Ф. Урманшиндың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова ("Башҡортостан" гәзитенән) https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/emde-is-t-50-l-tip-toymayim-284141/
Читайте нас: