Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Май 2020, 17:26

Беҙҙең ҡалала маугли-бала табылғанмы?

Салауаттағы йорттарҙың береһендә табылған ете йәшлек бала һөйләшә лә, уйнай ҙа, йыуына ла белмәй.

Салауаттағы йорттарҙың береһендә табылған ете йәшлек бала һөйләшә лә, уйнай ҙа, йыуына ла белмәй. Ул йәшәгән фатирҙа ут та, газ да юҡ, унда бик оҙаҡ йылдар бер нимә йыйыштырылмаған. Салауат ҡалаһы суды документтарында билдәләнеүенсә, әсә балаһын тәрбиәләү буйынса бурыстарын үтәмәй, бер ҡайҙа ла эшләмәй, иҫерткес эсемлектәр менән мауыға. Йәшәгән ере буйынса уға тик кире ҡылыҡһырламалар бирәләр. Ҡала хакимиәте тора ҡатынды әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеү өсөн судҡа биргән. Әлеге ваҡытта баланы алғандар һәм социаль приютҡа урынлаштырғандар.Ҡатын суд ҡарары менән риза булмаған, фатирҙы тәртипкә килтерҙем һәм оҙаҡламай ремонт яһайым, тигән. Әммә суд ҡатынды әсәлек хоҡуғынан барыбер мәхрүм иткән. Хәҙер ул балаһын ҡараған өсөн алимент түләргә тейеш.
Фото: социаль селтәрҙәрҙән
Читайте нас: