Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Май 2020, 12:15

Белем биреү, фән һәм мәҙәниәткә аҡса бүленә

Рәсәй Президенты Владимир Путин вице-премьерТатьяна Голикованың федераль белем биреү, фән, мәҙәниәт учреждениеларына ярҙамға 41,4 миллиард һум йүнәлтеү идеяһы менән килеште.

Рәсәй Президенты Владимир Путин вице-премьерТатьяна Голикованың федераль белем биреү, фән, мәҙәниәт учреждениеларына ярҙамға 41,4 миллиард һум йүнәлтеү идеяһы менән килеште.
«Татьяна Алексеевна әйткәнсә, федераль белем биреү, фән, мәҙәниәт учреждениеларына ярҙамға 42 миллиард һумға яҡын аҡса йүнәлтеү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Был аҡсалар башлыса эш хаҡын түләүгә тотоноласаҡ», - тине Путин коронавирус инфекцияһы таралыуы шарттарында белем биреү системаһындағы хәлдәр тураһындағы кәңәшмәлә.
Президент был сара бындай ойошмаларҙың бюджеттан тыш килемдәренең кәмеүен компенсациялауға мөмкинлек бирәсәк, тип белдерҙе.
#ВладимирПутин
Читайте нас: