газета "Салауат"
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Май 2020, 15:26

Аяныслы аҙымға нимә этәргән?

Матбуғат сараларында ҡот осҡос хәбәр таралды: баш ҡаланың 18-се дауаханаһында бер сирле үҙенә-үҙе ҡул һалған, ул коронавирус йоғоу шиге аҫтында ошо учреждениела дауаланған.

Матбуғат сараларында ҡот осҡос хәбәр таралды: баш ҡаланың 18-се дауаханаһында бер сирле үҙенә-үҙе ҡул һалған, ул коронавирус йоғоу шиге аҫтында ошо учреждениела дауаланған.
Мәғлүм булыуынса, Өфөләге 18-се дауахана тәүгеләрҙән булып ковид-госпиталгә үҙгәртелде һәм унда әлеге көндә коронавирус менән сирләүсе 92 кеше дауалана һәм был республика буйынса иң ҙур күрһәткес.
Фажиғә хаҡында иң тәүҙә “Медиакорсеть” порталы хәбәр иткәйне.
Дауахана биләмәһенә хоҡуҡ һаҡлау органдары, Тәфтиш комитеты вәкилдәре килгән.
Асыҡланыуынса, үҙен һәләк иткән ҡатынға 69 йәш, ул оҙаҡ ваҡыт психоневрологик диспансерҙа иҫәптә торған. Рәсми сығанаҡтар хәдбәр итеүенсә, унда коронавирус инфекцияһы табылмаған.
Фото: “Медиакорсеть” порталы.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
("Башҡортостан" гәзите сайтынан).
Читайте нас: