Ҡәҙерле дуҫтар, яңы ғына «Ҡырмыҫҡа иләүе» торты рецептын иҫегеҙгә төшөргәйнек, хәҙер «Ҡырмыҫҡа иләүе» салатын тәҡдим итәбеҙ.
Салат өсөн 300 гр тирәһе тауыҡ ите, 1 помидор, 1 ҡыяр, 50 гр сыр, 1 бүлкә һарымһаҡ, 2 картуф, майонез, көнбағыш майы, йәшел һуған, тәменсә тоҙ кәрәк.
Бешкән тауыҡ итен, помидорҙы шаҡмаҡлап, ҡыярҙы һаламлап турайбыҙ. Сырҙы ҡырғыс аша үткәреп, һарымһаҡты ҡысҡыс аша һығып, майонез һалабыҙ ҙа бөтәһен бергә бутайбыҙ. Картуфты корейса кишер өсөн ҡырғысы аша үткәреп, көнбағыш майында ҡыҙылһыу төҫкә ингәнсе ҡыҙҙырып алабыҙ. Майы һарҡып төшһөн өсөн, әҙерәк салфеткаға һалып тоторға кәрәк. Тәрилкәгә тәүге ҡыярлы ҡатышманы көмбәҙ рәүешендә һалабыҙ. Уның өҫтөнә картуфты ҡырмыҫҡа иләүе ише итеп өйөп ҡуябыҙ. Өҫтөнә йәшел һуған һибеп сығабыҙ.