Бөгөн иһә ул улының йырлағаны яҙылған видеоны ҡуйып шаҡ ҡатырҙы. Ҡыҙы Гөлназдың ғәжәп матур тауышлы, тура һүҙле булыуын, атаһына оҡшағанын беләбеҙ. Ә бына Мөслим исемле улының йырлауы тураһында күптәр бөгөн генә ишеткәндер. Алма ағасынан алыҫ төшмәй - шәп йырлай малай! Уңыштар юлдаш булһын Мөслимгә!