газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Май 2020, 10:30

Бәләлә яңғыҙ ҡалмаҫтар

Рәсәй Президенты Владимир Путин хөкүмәткә Дағстанға яңы коронавирус инфекцияһы менән көрәш буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу өсөн финанс ярҙам күрһәтергә ҡушты.

Рәсәй Президенты Владимир Путин хөкүмәткә Дағстанға яңы коронавирус инфекцияһы менән көрәш буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу өсөн финанс ярҙам күрһәтергә ҡушты.
Дәүләт башлығы Оборона министрлығына Дағстан хөкүмәт ярҙамы менән төбәк территорияһында 200 урынлыҡ инфекцион медицина үҙәге төҙөү йөкләмәһен дә бирҙе. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Дағстандың эпидемиологик хәле ҡатмарлы булған ҡала һәм райондарына COVID-19 менән көрәштә ярҙам итеү өсөн федераль медицина үҙәктәренән врачтар төркөмө ебәрелгән. Шулай уҡ алдан хәбәр ителеүенсә, Владимир Путин төбәктең етәкселеге һәм йәмәғәтселеге менән кәңәшмә алып барғанда мосолмандарға республиканың мөфтөйҙәрен тыңларға һәм мосолмандарҙың Ураҙа байрамын өйҙә ҡаршылырға саҡырғайны.
#ВладимирПутин
Читайте нас: