газета "Салауат"
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Май 2020, 01:36

Ҡартлыҡта ла бәхет кәрәк

Аслыҡтан бәпембә ашап көн иткән инәй вафат булған.

Аслыҡтан бәпембә ашап көн иткән инәй вафат булған.
Тоня әбейҙең ейәндәре бер нисә көн үҙҙәренең 84 йәшлек әбейенә шылтырата алмай икән. Балалар ишек янына килә, әммә эстән берәү ҙә асмай, ә полиция хеҙмәткәрҙәре ватып инеүҙән баш тарта.
18 майҙа әбейҙең бер ейәне тағы ла бында килә һәм фатирҙан һаҫыҡ еҫ сыҡҡанын һиҙеп ҡала. Күршеләре уға ишекте ватырға ярҙам итә. Эскә үткәс, фатир хужабикәһенең мәйетенә тап булалар. Асыҡланыуынса, пенсионер кәм тигәндә өс көн элек үлгән.
Тоня әбейҙең ейәндәренән башҡа яҡын кешеһе юҡ, ерләү эштәре менән уларға шөғөлләнергә тура киләсәк. Был 35 мең һумға төшәсәк. Ә ейәндәренең бындай күләмдә аҡсаһы юҡ. Өҫтәүенә һаҫыҡ еҫ аңҡыған фатирҙы ла йыуырға, таҙартырға кәрәк. Бар йәһәттән балаларға тағы ла ирекмәндәр ярҙам ҡулы һуҙасаҡ.
Читайте нас: