Йыл башынан республика агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау күләме 50,1 миллион доллар тәшкил иткән. Былтыр күрһәткес 25,5 миллион доллар тәшкил иткән. Тимәк, агросәнәғәт комплексы продукцияһы экспорты ике тапҡырға артҡан.
Ғинуар айынан апрелгә тиклем 17,6 миллион долларлыҡ 24,9 мең тонна көнбағыш майы экспортланған. Был былтырғыға ҡарағанда дүрт тапҡырға күберәк. Республикала уҙған йыл 282 мең тонна көнбағыш майы етештерелгән, ә республика халҡы ихтыяждары - 48 мең тонна тәшкил итә.
Башҡортостанда шәкәр экспорты 12 тапҡырға артҡан. Уны ғинуар айынан апрелгә тиклем 8,4 миллион долларлыҡ экспортлағандар, тип хәбәр итә Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Бөтә был эштәр "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.