газета "Салауат"
-20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Май 2020, 11:20

«Дәүләт хеҙмәттәре» порталы хәҙер яҡшы эшләй

«Дәүләт хеҙмәттәре» порталы 16 йәшкә тиклемге балаларға түләүҙәр алыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү йүнәлешендә һәйбәт эшләй, ғариза биреүселәрҙең күпселеге бындай пособиелар артынан электрон рәүештә мөрәжәғәт итә, тик 1 проценты ғына Пенсия фондына килә, тип хәбәр итте РФ Президенты Владимир Путин.

Шишәмбе көн ул видео бәйләнеш аша иҡтисадҡа һәм социаль тармаҡҡа ярҙамдарҙы тормошҡа ашырыуы буйынса кәңәшмә уҙғарҙы.
Бынан алдараҡ президент министрлыҡтарҙың балаларға түләүҙе рәсмиләштереү буйынса эшен тәнҡитләгәйне. Уның һүҙҙәренсә, 16 йәшкә тиклемге балаларҙың һәр береһенә 10 мең һум күләмендә ярҙам күрһәтеләсәге хаҡында иғлан ителгәндең иртәгәһенә үк миллиондан ашыу ғариза ебәрелгән һәм «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы был мөрәжәғәттәрҙе ҡабул итә алмаған.
#ВладимирПутин
Читайте нас: