газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Май 2020, 11:20

Ил башлығы Дағстанда коронавирустан үлеүселәр артыуы хаҡында нимә тине?

Дағстандағы коронавирустың таралыуына бәйле хәл иң кәмендә ике сәбәп арҡаһында шулай килеп сыҡҡан: урындағы халыҡ үҙ аллы дауаланыуға өмөт итә һәм медицина ярҙамы һорап һуң мөрәжәғәт итә. Ошолай тип белдерҙе Рәсәй Президенты Владимир Путин республиканың етәкселеге һәм йәмәғәтселек менән кәңәшмә барышында.

- Дағстан Республикаһындағы хәл ҡатмарлы һәм өҫтәмә, кисектергеһеҙ саралар күреүҙе, төбәк власть органдары һәм Рәсәй хөкүмәтенең аныҡ берҙәм эшен талап итә, - тип белдерҙе дәүләт башлығы.
Уның һүҙҙәренсә, врачтарҙың һәм шәфҡәт туташтарының фиҙаҡәр тырышлығына ҡарамаҫтан, үлемесле осраҡтар арта. Кешеләр билдәләүенсә, кәрәкле медицина ярҙамын һәр ерҙә һәм һәр ваҡыт тулы күләмдә ала алмай, тип иғтибар үҙәгенә алды президент.
Дәүләт башлығы Дағстанда үҙ аллы изоляция режимын үтәү һәм күп кеше йәлеп ителгән сараларҙы сикләү буйынса тәҡдимдәрҙе нисек үтәүҙәрен өҫтәмә рәүештә анализларға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Путин Роспотребнадзорға Дағстандағы эпидемиологик хәлде даими мониторингларға һәм профилактика саралары буйынса аныҡ тәҡдимдәр бирергә ҡушты.
#ВладимирПутин
Читайте нас: