Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Май 2020, 10:00

"Хәләл" тышҡы баҙарҙы яулай

Башҡортостанда “Хәләл” продукцияһын сит ил баҙарына әүҙем сығарырға ниәтләйҙәр. Был хаҡта Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты кәңәшмәһендә әйтелде.

Башҡортостанда “Хәләл” продукцияһын сит ил баҙарына әүҙем сығарырға ниәтләйҙәр. Был хаҡта Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты кәңәшмәһендә әйтелде.
“Хәләл” маркаһы тауарҙары үҙ эсенә аҙыҡ-түлекте генә түгел, ә кейем-һалым һәм көнкүреш химияһын да ала. Был продукцияға һәр саҡ иғтибар ҙа, ихтыяж да бар. Өҫтәүенә ул “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыуға этәргес буласаҡ. Ведомство етәксеһе Маргарита Болычева әйтеүенсә,”юл картаһы”н үтәү һөҙөмтәләре буйынса “Хәләл” продукцияһын етештереү өсөн тейешле шарттар булдырылыуына өмөт ҙур.
План саралары дүрт этапта үтәсәк. Тәүҙә республика предприятиеларын халыҡ-ара “Хәләл” стандарттарына ярашлы сертификациялау һәм аудит үткәреү ҡаралған. Һуңынан инвестиция проекттарын һәм Ислам банкингын үҫтереү, республика продукцияһын сит ил баҙарына сығарыу башланасаҡ.
#Миллипроекттар
Читайте нас: