Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Май 2020, 13:40

Фитыр саҙаҡаһы

Фитыр саҙаҡаһын Рамаҙан айы башланғандан алып теләгән көндә биреү сауаплы һәм мотлаҡ Ураҙа байрамына ҡәҙәр биреп өлгөрөргә кәрәк. Байрам намаҙынан һуң бирелгән саҙаҡа фитыр саҙаҡаһы булып иҫәпләнмәй, ә ябай саҙаҡа ғына була. Уны аҡсалата, йәки ризыҡ менән биреү дөрөҫ. Фитыр саҙаҡаһын ураҙа тотҡан кеше лә, ураҙа тотмағандарҙа бирергә тейеш.

Балиғ булмаған, ата-әсә ҡарамағында йәшәгән балаларҙың фитырын ата-әсәһе бирә. Ә бала үҙ фитырын ата-әсәһенә бирә алмай.
«Аллаһ рәсүле (саллаллаһу ғаләйһи үә сәлләм) һәр кешегә – ҡолмо ул, иреклеме, ир-егетме, ҡатын-ҡыҙмы, йәш сабыймы, әллә оло кешеме – барыһына ла финиктан бер сағ (2,4 кг) йәки арпанан бер сағ итеп фитыр саҙаҡаһы бирергә фарыз ҡылды», — тип хәбәр итә Абдуллаһ ибн Ғүмәр (Аллаһ унан риза булһын) (Бохари хәҙистәр йыйынтығынан). Икенсе хәҙистә Әбү Сәид Әл-Худри (Аллаһ унан риза булһын) былай тип еткерә: «Фитыр саҙаҡаһын ризыҡ менән: йә арпа менән, йә тәмер (кипкән финик) менән, йә кипкән ҡорот менән, йә йөҙөм менән бер сағ итеп бирә торған инек» (Бохари йыйынтығынан).
Был хәҙистәрҙән аңлашылыуынса:
1. Фитыр саҙаҡаһының күләме өйҙәге кеше һанынан сығарыла. Был һанға балалар ҙа, ололар ҙа керә. Мәҫәлән, әгәр өйҙә ир менән ҡатын булып, уларҙың өс сабыйы бар икән, ир кеше биш кеше иҫәбенән – сабыйҙары ураҙа тотмаһа ла – фитыр саҙаҡаһы бирергә тейеш. Йәғни биш сағ ризыҡ.
Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты билдәләгән фитыр саҙаҡаһы күләме:100 һум - аҙ килемлеләргә; 150 һум - урта килемлеләргә; 700 һум - ҙур килемлеләргә.
Читайте нас: