Хоҡуҡ һаҡлау органдарынан сығанаҡ хәбәр итеүенсә, баланың кәүҙәһендә йәрәхәт эҙҙәре юҡ. Төп фараз буйынса, ул йоҡлағанда тоносоҡҡан. Быны икенсе төрлө бәләкәй балаларҙың ҡапыл үлеүе синдромы тип атайҙар. Бәпестең кәүҙәһен суд-медицина тикшереүенә тапшырғандар. Белгестәр малайҙың ни сәбәпле үлгәнен аныҡлаясаҡ.