Ирек Шакиров бер аҙна инде өйөнә эләгә алмай. Икеһе лә торлаҡҡа берҙәй хужа булһа ла, ағаһы ҡустыһын күрергә лә теләмәй. Береһе бөтә уңайлыҡтары булған фатирҙа, икенсеһе подъезд төбөндә йәшәргә мәжбүр.
Күршеләргә лә подъездағы бындай күренеш оҡшамай, шулай ҙа улар Иреккә ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша. Полиция хеҙмәткәрен саҡырып, мәсьәләне хәл итергә тырышып ҡарағандар, тик бушҡа ғына. Хатта ир өсөн адвокатҡа аҡса йыйырға ла әҙерләнәләр.
"Ирек үҙе артынан йыйыштыра, бысраҡ, сүп-сар ҡалдырмай, - ти күршеләре. - Ул йоҡларға йыйынһа, һыуыҡ булмаһын өсөн подъезды бикләйбеҙ".
Юристар Иректең ағаһы ҡылығында енәйәт билдәләрен асыҡлай, бомж хәленә төшкән иргә мировой судҡа мөрәжәғәт итергә кәңәш итә. Ни өсөн туғандар һыйыша алмай, тигән һорауға ла күршеләр асыҡлыҡ индерҙе. Ҡустыһындағы хроник туберкулез сире һәм бер нисә тапҡыр төрмәгә эләгеүе сәбәпсе булырға мөмкин, тип тә әйтәләр. Нисек кенә булмаһын, был хәл законға ярашлы хәл ителергә тейеш, тип иҫәпләй йортта йәшәүселәр.