газета "Салауат"
+7 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Май 2020, 12:58
Фотоға төшәм тип
Яҡташыбыҙ Юлиә Хәбибуллина Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендәге Фуджейра ҡалаһында 10 метр бейеклектәге ҡаянан ҡолап төшөп һәләк булған. Фажиғә 15 майҙа теркәлгән.
Яҡташыбыҙ Юлиә Хәбибуллина Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендәге Фуджейра ҡалаһында 10 метр бейеклектәге ҡаянан ҡолап төшөп һәләк булған. Фажиғә 15 майҙа теркәлгән. Ҡыҙ профессиональ фото төшөрөү менән шөғөлләнгән булған. Ҡыҙҙың таныштары һәм яҡындары һүҙҙәренә ҡарағанда, әлеге фажиғә көнөндә Юлиә бер нисә фото эшләргә күҙаллай. Был эшен тамамлағас, яҡташыбыҙ таныштарынан үҙен дә фотоға төшөрөүҙе үтенә. Ул бейек ҡая ситенә килеп ултыра, тик үкенескә күрә, ҡапыл аҫҡа йығылып төшә.
Әле яҡташыбыҙҙы тыуған яғына алып ҡайтып ерләү өсөн туғандары аҡса йыйыу менән мәшғүл. Май аҙағында Юлиәгә 34 йәш тулған булыр ине...
Читайте нас: