газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Май 2020, 10:00

Бик кәрәкле ҡорамал

Республика балалар клиник дауаханаһы яңы юғары технологиялы аппарат ҡайтарылған.

Республика балалар клиник дауаханаһы яңы юғары технологиялы аппарат ҡайтарылған.
Заманса ҡорамал “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы алынған. Һанлы электроэнцефалограф кескәй пациенттарҙы диагностикалау ысулдарын яҡшыртасаҡ. Аппарат ауырыуҙарҙың мейе әүҙемлеген оҙайлы ваҡыт буйына яҙыу һәләтенә эйә. Ҡорамал уны аудиоформатта ла, видео режимында ла башҡара ала.
Белгестәрҙең әйтеүенсә, аппарат баш мейеһен ентекле тикшерә. Иң мөһиме - процедура зараһыҙ һәм ауыртыу тыуҙырмай. Тикшереүҙе көндөҙ генә түгел, төндә лә үткәрергә була, ғәмәлдә бөтә неврологик тайпылыштарҙы һәм эпилепсияны теүәл диагностикалап була, ти табиптар.
#Миллипроекттар
Читайте нас: