“Иртәнге сәғәт етенсе яртыла хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәре шылтыратты. Баҡалы - Киләй трассаһы янында табут ятҡаны тураһында белдерҙеләр, - ти ауыл биләмәһе башлығы. - Уны урындағы зыяратҡа алып барҙыҡ, эргәһендә сиркәү бар. Дин әһеленән табутты ни эшләтергә кәрәклекте һораныҡ. “Өс көн торһон, бәлки, хужаһы табылыр. Алыҫтан алып килгәндәрҙер, беҙҙә ерләүселәр булһа, белер инек” тине ул”, - тип яуап биргән ауыл биләмәһе башлығы “КП-Өфө” хәбәрсеһенә.
Урындағы хакимиәт хеҙмәткәрҙәре дүшәмбегә тиклем көтөп торасаҡ, әгәр табутты һораусылар табылмаһа, уны күмеү йәки яндырыу планлаштырыла. Әммә был билдәһеҙ хәл урындағы халыҡты ҙур борсоуға һалған: улар был табут коронавирустан вафат булған кешенеке булыуы мөмкин тип хафалана.