газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Май 2020, 22:35

Радик Юлъяҡшиндың еңгәһе ниҙәрҙе хәтерендә һаҡлай?

Бөгөн Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, танылған йырсы Радик Юлъяҡшин тыуған көнөн билдәләй. Шоу-бизнес даирәһендә ул Элвин Грей булараҡ танылыу яуланы.

Бөгөн Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, танылған йырсы Радик Юлъяҡшин тыуған көнөн билдәләй. Шоу-бизнес даирәһендә ул Элвин Грей булараҡ танылыу яуланы.
Радиктың биографияһы күптәргә таныш: Өфө егете, ғаиләләге ике баланың кесеһе, Черниковка биҫтәһендәге 48-се башҡорт лицейын тамамлаған, бәләкәйҙән ҡурайҙа, баянда уйнаған.
Өфөлә тыуып үҫһә лә, Радик үҙенең икенсе тыуған төйәге тип Ғафури районының Ҡауарҙы ауылын һанай. Атаһы Мөхәрләм Юлъяҡшин (мәрхүм) ошо ауылдан. Бала саҡта Радик апаһы Регина менән һәр йәйен тап Ҡауарҙыла үткәрергә яратҡан. Өләсәһе менән атаһының бер туған ҡустыһы Дамирҙың ғаиләһе буласаҡ йырсы егет өсөн тыуған йортҡа әйләнгән. Өләсәһенең фани донъянан китеүенә арыу ғына ваҡыт үткән, әммә Радик Ҡауарҙы менән бәйләнешен өҙмәй, ул – Дамир һәм Зәйтүнә Юлъяҡшиндарҙың ғаиләһендә һәр ваҡыт көтөп алынған ҡунаҡ.
– Ҡәйнәм, йәғни беҙҙең балаларҙың һәм Радиктың өләсәһе, менән бергә йәшәнек, – тип һөйләй йырсының еңгәһе Зәйтүнә Юлъяҡшина. – Радик менән Регина йәй башында килеп, август аҙағында ғына Өфөгә юллана торғайны. Ҡала малайы булһа ла, бәләкәйҙән эшкә әрһеҙ булды: кәртә-ҡура тирәһендә лә, баҡсала ла һәр эште ихлас башҡарҙы. Миңә аш-һыу тирәһендә булышырға яратты. “Еңгәй, ә бөгөн нимә бешерәбеҙ? Әйҙә, бәлеш бешерәйек йәки ҡоймаҡ ҡояйыҡ”, – тип идеялар яуҙырып ҡына тора торғайны. Әсәһе лә аш-һыуға оҫта булғас, ғаилә тәрбиәһенән килгәндер инде. Ныҡ тиктормаҫ булды, эшһеҙ ултырырға яратманы. Үҫеп, клубҡа сыға башлағас, Өфөнән яҡшы кассеталар, дискылар алып килеп, дискотекалар ойоштора торғайны. Бәләкәйҙән ныҡ зауыҡлы булды. Ауыл клубына ап-аҡтан кейенеп сығыр ине. Ап-аҡ ҡына салбарын, футболкаһын бер ваҡытта ла минән йыуҙырманы, һәр ваҡыт үҙе йыуа торғайны. Ауыл йәштәре уны ныҡ яратты, әле лә ҡайтыуын ишетеү менән “Радик ҡайтҡан!” тип гөр килеп алалар.
Ҡауарҙыла йәшәгән туғандары, дуҫтары Радиктың ни тиклем ҙур бейеклектәр, билдәлелек яулауына ҡарамаҫтан, ябай, ихлас булып ҡалыуын билдәләй. “Уны дан-шөһрәт боҙманы. Шылтыратып хәлебеҙҙе белешеп, тыуған көндәр, байрамдар менән ҡотлап тора. Өфөлә үткән концерттарынан ҡалдырмай, мотлаҡ саҡыра. Туғаныбыҙҙы тыуған көнө менән ҡотлап, иҫәнлек-һаулыҡ, ижади бейеклектәр теләйбеҙ!” – тигән изге теләктәрен еткерҙе Ҡауарҙыла йәшәгән Юлъяҡшиндар.
Фотолар: rsloboda-rt.ru һәм З. Юлъяҡшинаның шәхси архивынан.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
("Башҡортостан" гәзите сайтынан).
Читайте нас: