Әлиә Ҡарасурина йәш, һәләтле йырсыларҙың береһе. Уның исемен йыш ҡына билдәле йырсы Ришат Төхвәтуллин менән бәйләүҙәре лә аңлашыла. Беренсенән, тап Ришат ярҙамы менән Әлиә танылыу алһа, икенсенән, уларҙы өйләндерергә тырышыусылар ҙа етерлек. Яңыраҡ Әлиә шәхси тормошона бәйле бик күп кенә һорауҙарға яуап бирҙе.
Ул карантин ваҡытында бик күп ҡамыр ризыҡтары бешереүенә ҡарамаҫтан, көн һайын спорт менән шөғөлләнеүен һәм бының һөҙөмтәле булыуын белдергән.
- Мин бешеренергә яратам. Әле бөгөн бик тәмле банан кексы бешерҙем, ҡамыр, баллы ризыҡтар күп ашайым, тиҙҙән таҙара башлармын ахырыһы, - тигән ул.
- Маңғайығыҙҙа эҙ ҡайҙан барлыҡҡа килде? - тигән һорауға:
- Бала саҡта мин бик шуҡ инем. Береһендә карауаттар буйлап йөрөгәндә, йығылып, башым менән бәрелдем. Эҙ шунан ҡалды, тип яуап биргән.
- Һеҙҙе тамашасы йыш ҡына Ришат менән бергә күрергә теләй. Һеҙ сәхнәлә партнерҙар ғынамы?
- Барыһы ла интернет, инстаграм аша үҙенсә фекер йөрөтә. Шәхси тормош - шуға ла шәхси тормош. Быны аңлаусы кешеләр ни сәбәптәндер әҙ. Әгәр ҙә кеше теләй икән, ул быны үҙе һөйләсәк. Күптән түгел бер интерью уҡыным. «Ә һеҙ ҡасан кейәүгә сығаһығыҙ, ҡасан бала табаһығыҙ, тип һорауҙар бирәләр. Һеҙҙең уйлап ҡарағанығыҙ булманымы, бәлки ул темаға һөйләшеү кеше өсөн ауырҙыр. Бәлки ул берәй ниндәй проблемаһы булғанға кейәүгә сыға алмай йә иһә уның бөтөнләй балаһы була алмайҙыр», тип яҙған ине. Кешеләр ул хаҡта уйлап та ҡарамай, - тигән Әлиә Ҡарасурина.