газета "Салауат"
-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Май 2020, 22:25

Гүзәл Уразованан бәпембә ҡайнатмаһы

«Дуҫтар иң файҙалы әйберҙәрҙе тәбиғәт үҙе үҫтерә, быны күрә белеп ҡулланырға ғына ҡала», - тип яҙа инстаграмда билдәле йырсы Гүзәл Уразова. Һәм ҡатын-ҡыҙҙарға хас булған оҫталыҡ менән бәпембә ҡайнатмаһын яһарға өйрәтә. Әле тышта һап-һары булып бәпембәнең сәскә атҡан ваҡыты, бәлки, һеҙ ҙә эшләп ҡарарһығыҙ уны, иммунитетты ла күтәрә, тигән бит.

- Мин бөгөн бәпембә ҡайнатмаһы ҡайнатып ҡараным да, тәме бик оҡшаны. Ул иммунитетты күтәрә, аллергияны дауалай һ.б. Дөйөм әйткәндә, бик һәйбәт нәмә, - тип яҙа Гүзәл Уразова.
Уның әйтеүенсә, рецепты бик ябай:
* 200 бәпембә
* 0,5 л һыу
* 600 гр шәкәр
* 1 лимон йәки 2 балғалаҡ лимон кислотаһы.
Бәпембә сәскәһенең төптәрен алып ташлап, ҡайнатма өсөн тик һары өлөшөн – таждарын ғына ҡуллана артистка. Уларға һыу, лимон киҫәктәре һалып, 5-10 минут ҡайтанҡандан һуң, бер сәғәт һыуытып ала. Шунан һөҙөргә һәм шәкәр өҫтәп, 30-35 минут ҡайнатырға.
- Һеҙ ҙә яһап ҡарағыҙ әле. Һау-сәләмәт булығыҙ, - тип теләй Гүзәл Уразова.
Читайте нас