Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Май 2020, 13:20

Ҡәҙер кисен доға ҡылып үткәреү фарыз

Ҡәҙер кисе — йылдың иң мөһим кисе. Был хаҡта Аллаһы Тәғәлә айырып әйткән, әлеге төнгә тиң ай ҙа, йыл да юҡ. Ҡәҙер кисендә эшләнгән игелек мең ай эсендә эшләнгәненән дә яҡшыраҡ тип һанала ислам динендә. Был кисәлә доға ҡылыусыларҙың теләктәре ҡабул ителә, гонаһтар ғәфү ителә.

Ҡәҙер кисе — йылдың иң мөһим кисе. Был хаҡта Аллаһы Тәғәлә айырып әйткән, әлеге төнгә тиң ай ҙа, йыл да юҡ. Ҡәҙер кисендә эшләнгән игелек мең ай эсендә эшләнгәненән дә яҡшыраҡ тип һанала ислам динендә. Был кисәлә доға ҡылыусыларҙың теләктәре ҡабул ителә, гонаһтар ғәфү ителә.
Ҡәҙер кисәһе — Әл-Ҡадр — Рамаҙан айының 27-се тәүлегендә мосолмандар билдәләгән төн. Ошо төндә Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмгә Рәсүл, йәғни Пәйғәмбәрлек вазифаһы инә, ул «Уҡы!» тип башланған тәүге сүрә — Әл-Ғәләҡ сүрәһен ала.
Миләди 610 йылда тап ошо төндә Джәбәл ән-Нур тауындағы Һира мәмерйәһендә Ҡөрьәндең тәүге өҙөктәре индерелә башлаған. Ошо төндә Мөхәммәт саллалаһу ғәләйһис-сәләм янына Ябраил фәрештә килә һәм яҙмалы төргәк күрһәтеп: «Уҡы!» — ти. (Әл-Ғәләҡ сүрәһе, Ҡөрьән)
Мөхәммәт Пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләмдең, Ҡәҙер кисен Рамаҙан айының һуңғы ун төнөндә эҙләгеҙ һәм көтөгөҙ, тиеүе билдәле.
Ҡәҙер кисәһе билдәләре
Мәғлүм итеүҙәренсә, был төндә бик тыныс була, йондоҙҙар атылмай, болот һәм яуым-төшөм булмай, һауа температураһы эҫе лә, һыуыҡ та түгел. Ай яҡтыртып тора. Был таңға тиклем шулай дауам итә.Был төн үҙенә башҡа нурлы, ә ҡояш тулы ай кеүек, күҙҙе сағылтмай ғына сыға.
Халыҡта был мәл «Күк ҡабығы асылыу» тип атала. Ул төндөң бер мәлендә ҡапыл көн кеүек яҡтырып китеп, шул арала теләк теләп өлгөрөргә кәрәк тигән инаныс та бар.
Ҡәҙер кисәһендә ғибәҙәттәр
Ҡайһы төн Ҡәҙер кисәһе икәне аныҡ әйтелмәгән булғанға күрә, һуңғы ун көнлөктә сәннәт намаҙҙар уҡыу, игелектәр ҡылыу, гонаһтар өсөн тәүбә итеү хупланыла.
Мөхәммәт Пәйғәмбәр был төндә ошо доғаны әйтә торған булған: "Аллаһумә инәкә ғәфүү, түхәббәл ғәфү фәғәфә ғәннә", йәғни: "Аллаһым! Хаҡ ки, һин ғәфү һорағандарҙы ғәфү итеүсе, кисереүсе, беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡа".
Тотош төн ғибәҙәттә тороп булмаһа, һис юғы төндөң һуңғы өстән берен доғала үткәреү хупланыла. Был төндә ҡалдырылған намаҙҙарҙы ҡаза ҡылыу, тәүбә итеү, кешеләрҙе кисереү хәйерле ғәмәл һанала.
Рамаҙан айының һаналған ғына көндәре ҡалды, инде изге ғәмәлдәр ҡылырға, мохтаждарға ярҙам итергә, сауаплы эштәр эшләргә, Аллаһтан ғәфү үтенергә ашығығыҙ! Аллаһы Тәғәлә беҙгә Ҡәҙер кисенә ирешергә насип итһен, доғаларыбыҙҙы, изгелектәребеҙҙе ҡабул итһен!
Читайте нас: