14 май иртә менән сүп-сар һауытында табылған яңы тыуған сабый тураһында хәбәр иткәйнек. Бәпесте тыуҙырыу менән үҙенең әсәһе ташлаған. Был йән өшөткәс хәл Туймазы ҡалаһында була. Полиция шул уҡ көндә быны эшләгән “әсә” кешене таба. Әле уның кемлеге асыҡланды.