газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Май 2020, 23:00

Йондоҙҙар ни юрай?

Йондоҙнамә (18-24 май)

Йондоҙнамә (18-24 май)
Ылаҡ (21.03 – 20.04)
Был осорҙа һеҙгә эшлекле сәфәргә сығырға тура килер. Һөнәрегеҙ буйынса уҡырға, яңылыҡтарҙы үҙләштерергә лә кәрәк булыр. Йорт мәшәҡәттәренә күп ваҡыт бүлерһегеҙ. Бурысҡа аҡса алмағыҙ. Икенсе яртығыҙ менән хистәрегеҙҙең яңырыуын тойорһоғоҙ.
Буға (21.04 – 21.05)
Ҡайһы бер эштәрҙең осона сығыр өсөн ҙур түҙемлек талап ителер. Йондоҙҙар финанс яҡтан уңыштар юрай. Күптән хыялланған әйберегеҙҙе һатып ала алырһығыҙ. Яҡындарығыҙҙан яҡшы хәбәр килер. Башығыҙ, ашҡаҙанығыҙ ауыртып, дарыуҙар эсеп алырһығыҙ.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Ошо аҙнала файҙалы бәйләнештәр булдырып өлгөрһәгеҙ, киләсәгегеҙ яҡты булыр. Кешеләргә ярҙам итеү мөмкинлеге тыуыр. Матди мәсьәлә ҡатмарлыраҡ торор, әммә етерлек аҡса таба алырһығыҙ. Һаулығығыҙға иғтибар бүлергә онотмағыҙ.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Ауыр булмаған, әммә мәшәҡәтле ваҡ эштәр башҡарырһығыҙ. Кәрәкмәгән шөғөлдәр менән мауығып китеүегеҙ бар. Документтар менән һаҡ эш итегеҙ. Аҡса күп сарыф итерһегеҙ. Идеалығыҙға тап килгән кешене осратыуыҙ мөмкин. Юлда ипләп йөрөгөҙ.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Был осорҙа һәйбәт ғәҙәттәрегеҙ барлыҡҡа килер. Яңы дуҫтар табырһығыҙ. Эштә генә түгел, өйҙә лә бурыстарығыҙ артыр. Бигерәк тә балаларығыҙ иғтибар талап итер. Етәксегеҙ менән бәхәсләшмәү хәйерлерәк. Көс-хәл йыйыу өсөн яҡшы ғына ял итеп алығыҙ.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Эшегеҙ тәүге планға сығыр. Был насар түгел, һеҙ карьера баҫҡысы буйлап үрмәләй алырһығыҙ. Әммә ғаиләгеҙҙе лә онотмағыҙ, юғиһә, иптәшегеҙ үпкәләр. Тышҡы ҡиәфәтегеҙҙе үҙгәртеү теләге тыуыр. Физик яҡтан арығанлыҡҡа тәбиғәттәге ял ярҙам итер.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Аралашасаҡ кешеләрегеҙгә ҡарата ныҡ иғтибарлы булығыҙ. Уларҙың һеҙгә йоғонто яһауы мөмкин. Үҙегеҙҙең генә түгел, сит-яттарҙың проблемаларын хәл итешерһегеҙ. Аҡса менән дуҫығыҙ ярҙам итер. Һөйгәнегеҙ менән яғымлыраҡ булырға тырышығыҙ.
Саян (24.10 – 22.11)
Тотороҡло булмаған аҙна көтә һеҙҙе. Бер көн үлтереп маҡтарҙар, икенсе көн тотоп әрләрҙәр. Бөтәһен дә күңелегеҙгә яҡын алмағыҙ. Һөнәри камиллашыу матди хәлегеҙҙә сағылыш табыр. Сәйәхәттән баш тартмағыҙ - рәхәтләнеп ял итеп ҡайтырһығыҙ.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Һеҙҙең өсөн иҫтә ҡалырлыҡ осор килер. Күңелегеҙгә ятҡан осрашыуҙар, саралар күп булыр. Уларҙан кәйефегеҙ ҙә күтәрелер. Эш буйынса тәҡдимдәрҙең файҙаһын күрерһегеҙ. Тик әлегә ҙур күләмле кредит алмау хәйерле. Яҡындарығыҙ күңелле байрам бүләк итер.
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Кәйефегеҙ гел генә үҙгәреп торор. Был хәлдә һеҙгә ижади эш ярҙам итер. Ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл итешеүгә абруйлы кешеләргә мөрәжәғәт итерһегеҙ. Һөйгәнегеҙ менән асыуланыша күрмәгеҙ. Ауырыу билдәләрен һиҙһәгеҙ, мотлаҡ табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Ниндәйҙер эштәргә йомғаҡ яһарға тура килер. Шәхси тормошоғоҙҙа һайлау алдында ҡалырһығыҙ, башҡаларҙы түгел, үҙегеҙҙең йөрәгегеҙгә тыңлағыҙ. Аҡса күп тотонһағыҙ ҙа, матди ауырлыҡтар тойолмаҫ. Организмығыҙҙы нығытыу өсөн иң ҡулай осор.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Төп хаталарығыҙҙы анализлап, дөрөҫ һығымталар яһағыҙ, киләсәгегеҙ ышаныслы булыр. Әле үк отпускты планлаштыра башлаһағыҙ, аҡса экономияларһығыҙ. Өлкән туғандарығыҙ проблемалары менән борсор. Сәләмәт тормош рәүеше дөйөм хәлегеҙҙе билдәләр.
Читайте нас: