Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Май 2020, 23:25

Ауырыусылар ике меңгә етеп килә

Бер тәүлек эсендә коронавирус менән ауырыусылар һаны 89-ға артып, 1963 кешегә еткән. Өфөнән Көнсығыш сығыу юлы төҙөүселәре араһында Ковид-19 вирусын йоҡтороусылар булыуы һәм баш ҡалала 21-се дауаханаһының кардиология бүлеге коронавирусҡа шикле пациент асыҡланыу сәбәпле, карантинға ябылыуы ла билдәле булды.

Үткән тәүлектә сирҙән 599 кеше һауыҡҡан. Сер кеше вафат булған һәм бөгөнгө көнгә республикала был мәкерле ауырыуҙан 17 үлем осрағы телкәлеүе билдәле.
Ковид-19 вирусын йоҡтороусылар араһында Өфөнән Көнсығыш сығыу юлы төҙөүселәре булыуы ла асыҡланды. Подрядсы ойошманың тиҫтәнән ашыу хеҙмәткәрендә вирусҡа тест ыңғай һөҙөмтә күрһәткән. Улар баш ҡаланың 18-се дауаханаһына һалынған. Ауырыуҙар менән бәйләнештә булыусылар ҙа карантин талаптарын үтәргә мөжбүр.
Шулай уҡ Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, Өфөнөң 21-се дауаханаһының кардиология бүлеге коронавирусҡа шикле пациент асыҡланыу сәбәпле, карантинға ябылған.
Барыһынан да коронавирус инфекцияһына тест алынған. 21-се дауахананың башҡа бүлектәре ғәҙәти режимда эшләй. Ковид-19 вирусын таралыуын иҫкәртеү маҡсатында медицина учреждениеһына сирлеләр махсус бокстар аша ғына ҡабул ителә.
Читайте нас: