Өфөнөң ятаҡтарҙа йәшәгән юғары уҡыу йорттары студенттарын, коронавирус йоҡтороу хәүефе янауы сәбәпле, өйҙәренә ҡайтаралар. Кесаҙна Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров университет ректорҙары менән иртәнге кәңәшмәнән һуң шундай бойороҡ бирҙе.
«Беҙҙә 4,5 мең самаһы студент – Өфөлә. Уларҙың меңгә яҡыны – сит ил студенттары, ләкин ҡалған 3,5 меңе — беҙҙекеләр бит, улар Өфөлә, ятаҡтарҙа нимә эшләй һуң? Шуға күрә бында ла тәртип урынлаштырыуҙы һораным, сөнки хәҙер йүнләп уҡымаған йәштәр ҡала буйлап йөрөй һәм бер-береһенә си йоҡтора башлай. Өҫтәүенә ҡайһы бер ятаҡтарҙа коронавирус йоҡтороу осраҡтарын теркәй башланыҡ».