газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Май 2020, 14:15

Ураҙа һәм һаулыҡ

Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм әйткән «Әй мосолмандар, һеҙ оло бер мөбәрәк айға индегеҙ. Был ай - сабырлыҡ айы, сабырлыҡтың һауабы йәннәт буласаҡ. Иманлы бәндәләрҙең тормошына бәрәкәт, тәндәренә сихәт, ризыҡтарына муллыҡ бирер һәм ҡылған гонаһларын ярлыҡар, күңелдәренә нур һалыр».

Һәр нәмәнең зәкәте бар. Тәндең зәкәте ураҙа. Биргән зәкәт малды артырып, бәрәкәт бирһә, ураҙала шул тәнде таҙартып, ғүмерҙе оҙонайта, кешене йәшәртә. Беҙҙең бер туҡтауһыҙ эшләгән аш һеңдереү системаһы ураҙала ял итеп ала. Бер аҙ тыйылып тороу бауырға ла яҡшы йоғонто яһай. Нервы системаһының тынысланыуы һөҙөмтәһендә бөйөрҙәр ял итә. Фильтр ролен үтәгән был ағзалар ҡандан төрлө ҡалдыҡтарҙы һөҙөп ала. Ураҙа ҡан әйләнешенә яңғай йоғонто яһай. Көнәлп кенә түгел, аҙналап ас торғанда ҡан тамырҙарына электән ултырып килгән холестерин ҡалдыҡтары йыуылып, тамырҙар йомшара. Шуға ла күтәрелгән ҡан баҫымы төшә.
Читайте нас: