газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Май 2020, 13:45

Путинға ниңә Заворотнюкты дауалау тураһында һөйләгәндәр?

Рәсәй фәндәр академияһының Молекуляр биология институты яман шештең терминаль стадияһы менән көрәш өсөн әҙерләгән технологиялары актриса Анастасия Заворотнюкты дауалауҙа ҡулланыуы мөмкин, тип һөйләгән президент Владимир Путинға институт директоры Александр Макаров.

Рәсәй фәндәр академияһының Молекуляр биология институты яман шештең терминаль стадияһы менән көрәш өсөн әҙерләгән технологиялары актриса Анастасия Заворотнюкты дауалауҙа ҡулланыуы мөмкин, тип һөйләгән президент Владимир Путинға институт директоры Александр Макаров.
Уның әйтеүенсә, һүҙ пациенттарҙы вирустар ярҙамында дауалау тураһында бара.
- Был технологияның һөҙөмтәһе бар, беҙ уны дүртенсе, терминаль стадиялағы ауырыуҙарҙа тикшереп ҡарайбыҙ, улар - традицион терапия ярҙам итмәгән осраҡта теләк белдәргән кешеләр, - тип аңлатма бирә Макаров.
Ул ремиссия барлыҡҡа килеп, нормаль тормош рәүеше менән йәшәй башлаусылар һаны арта барыуын билдәләй.
- Был бигерәк тә йыш ҡына беҙҙең билдәле артистарыбыҙҙы, сәнғәт эшмәкәрҙәрен зарарлаусы глиобластома - яман шешендә яҡшы күренә. Был сир менән көрәшеүсе Анастасия Заворотнюк ҡалды һәм беҙ бында ҡатнашырға тырышабыҙ, - тип һөйләне Макаров.
Ул артистканың яҡындарының институтҡа яман шештең күҙәнәктәрен биреүен, ә белгестәр уны үлтереүсе вирустарҙы тап килтереүен аңлатты.
- Әммә унда хәл ул тиклем хәүефле түгел һәм әлегә беҙҙең технологияны ҡулланыу талап ителмәй, - тип тә өҫтәй Макаров.
Анастасия Заворотнюктың сире тураһында былтыр август айында билдәле булды. Ҡайһы бер киң мәғлүәмәт саралары унда мейе яман шеше тип яҙҙы. Әммә артистканың яҡындары был хәбәрҙәргә оҙаҡ комментарий бирмәне, тик һуңынан ғына Заворотнюктың ысынлап та глиобластоманан дауаланыуын иҫбатланылар.
Читайте нас: