Респонденттарҙың күбеһе (73 проценты) дәүләт башлығы пандемияның кире эҙемтәләрен хәл итеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә ынтыла, тип белдерә.
Граждандарҙың өстән икеһе (67 проценты) Рәсәйҙәге хәл Президент контролендә тип ышана. Ошо хәтлем үк рәсәйҙәр (66 проценты) Владимир Путин кешеләрҙең проблемаларын аңлай тип ышана. Һорау алыуҙа ҡатнашыусыларҙың 75 проценты дәүләт башлығының мөрәжәғәте үҙендә ыңғай тәьҫир ҡалдырыуын таный.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ил президенты 3-16 йәштәге балаларға 10 мең һум, эшһеҙ ҡалғандар өсөн бала ҡарау буйынса минималь пособиены ике тапҡыр арттырыу, апрель-июндә 3 йәшкә тиклемге балаларға 5 мең һум кеүек ярҙам саралары буласаҡ тип иғлан иткәйне.
Гөлфиә, ике бала әсәһе:
- Был хәбәрҙе тәүҙә ишеткәс ышанмайыраҡ та торҙоҡ. Был пандемия арҡаһында ғаилә бюджеты килеме кәмене, иптәшем генә эшләй, мин эшҡыуарҙарҙа эшләгәс, хеҙмәт хаҡы түләнмәй. Бик урынлы һәм әһәмиәтле түләүҙәр, тип уйлайым. Ил етәкселегенең шулай халыҡты хәстәрләүе киләһе көнгә ышаныс уята.