Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Май 2020, 10:00

Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ

Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк башҡарма комитеты ҡарамағындағы Берҙәм ирекмәнлек үҙәгендә коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү буйынса ирекмәнлек штабында эшләргә теләгән кешеләр өсөн апрель башында онлайн уҡыуҙар ойоштора башлағайны.

"Ирекмәнлек лекторийы" сиктәрендә был йүнәлештең төп ойоштороусылары һәм координаторҙары, республика халҡына көн һайын ярҙам иткән алғы һыҙыҡтағы ойошмалар һәм ведомстволар вәкилдәре теләгән һәр кем менән тәжрибә уртаҡлаша. Лекторий һәр йома һайын үтә.
- Бөгөн ирекмәндәр ғәйәт ҙур эш башҡара, беҙҙең бурыс - уларҙы өйрәтеү һәм артабан булышлыҡ итеү, - тине министр Руслан Хәбибов.
Тәүге лекторийҙың темалары ирекмән эшенең хоҡуҡи нигеҙҙәре, #МыВместе проектының үҙенсәлектәре, ирекмәндәрҙең оператив штабтары эшмәкәрлеге, санитар-эпидемиологик нормалар, ирекмән этикаһы кодексы булды. Артабан спортсы, телевидение алып барыусыһы, әҙәбиәтсе, йәштәр менән эшләгән лекторҙар сығыш яһаны.
Бер ай эсендә биш меңдән ашыу кеше ирекмәнлек сафына ҡушылған, улар 126 меңдән ашыу Башҡортостан гражданына ярҙам күрһәткән. Был эштәр "Мәғариф" милли проектының "Социаль әүҙемлек" төбәк проекты сиктәрендә башҡарыла.
#Миллипроекттар
Читайте нас: