Бөгөн, 14 майҙа, ҡала үҙәк китапханаһында коронавирус пандемияһына бәйле кәңәшмә уҙғарылды. Атап әйткәндә, мәсьәләләрҙең күбеһе төбәктә битлек кейеү тәртибенә, законды үтәмәгән өсөн ҙур күләмдә штрафтар һалыныуға ҡағылды. Кәңәшмәлә ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов, ҡала хакимиәтенең финанс идаралығы начальнигы Урал Мәғизов, ҡала хакимиәтенең иҡтисад, сәнәғәт, инвестициялар, эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа идаралығы начальнигы Елена Абдуллина, ҡала прокуроры Евгений Иванов, Роспотребнадзор начальнигы Рәзилә Баһаутдинова ҡатнашты. Шулай уҡ сауҙа объекттары, дарыуханалар, банктар вәкилдәре саҡырылғайны осрашыуға.
Хакимиәт башлығы Игорь Миронов һәр кемдең яуаплылыҡ тойорға тейешлеген билдәләне.
- Бирсәткәләрҙә һәм битлектәрҙә йөрөү - хәҙер иң етди талаптарҙың береһе булып ҡала. Бында кемгәлер штраф һалыуҙы, магазиндарҙы ябыуҙы маҡсат итеп ҡуймай берәү ҙә. Кешеләр был сараларҙың дөйөм хәүефһеҙлек өсөн эшләнеүен аңлаһын ине, сөнки беҙ әле коронавируслы донъяла йәшәйбеҙ. Талаптарҙы теүәл үтәү, һаҡланыу сараларын ҡулланыу - ул үҙең һәм яҡындарың, балалар, ололар хаҡында хәстәрлек күреү, тине ул.
Шулай уҡ штарфтарҙы ла асыҡ әйтеп ишеттерҙеләр:
*граждандар өсөн - 1-3 мең һум, ҡабаттан боҙған осраҡта - 3-5 мең һум;
*вазифалы кешеләр өсөн - 5-15 мең һум, ҡабаттан боҙған осраҡта - 15-30 мең һум;
*юридик берәмектәр өсөн - 50-100 мең һум, ҡабаттан боҙған осраҡта - 100-200 мең һум.
Был турала ентеклерәк гәзиттең киләһе һанында уҡығыҙ.