Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Май 2020, 01:30

Битлектәр бушлай таратыласаҡ

Башҡортостанда #МаскаВПомомщь республика акцияһы дауам итә. Уның барышында төбәктең 23 ҡалаһында һәм ҡала биләмәләрендә кешеләр 135 000 медицина битлеген бушлай аласаҡ. Был акцияла Салауат ҡалаһы ла ҡатнаша.

Башҡортостанда #МаскаВПомомщь республика акцияһы дауам итә. Уның барышында төбәктең 23 ҡалаһында һәм ҡала биләмәләрендә кешеләр 135 000 медицина битлеген бушлай аласаҡ.
Республика акцияһына ярашлы, медицина битлектәрен алған тәүге ҡалаларҙың береһе - Өфө. Уның ете районының һәр ҡайһыһына бишәр мең һаҡланыу сараһы еткерелгән, уларҙы “Берҙәм Рәсәй” партияһы төбәк башҡарма комитетының “Беҙҙең хәстәр” проекты ирекмәндәре, Ирекмәндәр хәрәкәтенең республка үҙәге, йәштәр ойошмалары вәкилдәре йәмғиәт урындарында өләшә.
Был акцияла Салауат ҡалаһы ла ҡатнаша. Битлектәрҙе 14, 15 майҙа ирекмәндәр иртәнге сәғәт 10-дан киске 6-ға тиклем ҡала үҙәк китапханаһы, "Ағиҙел" мәҙәни-ял үҙәге, балалар-үҫмерҙәр китапханаһы янында, ҡала паркында, автовокзалда автобустар баҡсаларға киткән урында, МФЦ, Пенсия фонды янында таратасаҡтар.
12 майҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә, республика битлек һатып алыу өсөн аҡсаары бүлергә һәм ирекмәндәр тарафынан уларҙы мохтаж булған, бигерәк тә оло йәштәгеләргә таратып бирергә әҙер, тип белдергәйне. Төбәктә әлеге ваҡытта 150 мең битлек өләшелгән дә инде.
Читайте нас: