Салауатта бөгөн бушлай битлек тараттылар.
12 майҙан республикала битлек кейеп йөрөүгә ҡаты талаптар индерелде. Уны кеймәгәндәр өсөн штрафтар ҙа индерелде. Битлектәрҙе ирекмәндәр иртәнге сәғәт 10-дан киске 6-ға тиклем ҡала үҙәк китапханаһы, „Ағиҙел“ мәҙәни-ял үҙәге, балалар-үҫмерҙәр китапханаһы янында, ҡала паркында, автовокзалда автобустар баҡсаларға киткән урында, МФЦ, Пенсия фонды янында тараттылар. Һәр нөктәлә халыҡ ағымы тынманы. Берәүҙәр килә торҙо, икенселәре китә торҙо. Күптәр бындай акцияның үткәрелеүенә бик шат ине.
Ҡала үҙәк китапханаһы янында китапхана хеҙмәткәрҙәре лә ирекмәндәр ролен үтәй ине.
- Был изге эш “Берҙәм Рәсәй “ партияһының “Беҙҙең хәстәрлек” проекты сиктәрендә бойомға ашырыла. Бөгөн беҙ ҙә ирекмәндәргә ярҙам итеп, бушлай битлектәр таратабыҙ. Икешәр кеше эшләй. Улар алышынып тора. Тәү сиратта, хәүеф төркөмөндә булған өлкән йәштәге кешеләрҙе хәстәрләйбеҙ, шулай уҡ балаларҙы күҙ уңынан ысҡындырмайбыҙ. Һәм, әлбиттә, һәр теләгән кешегә таратабыҙ. Был турала социаль селтәрҙәр аша хәбәр ителде. Халыҡ иртүк йыйылғайны, тотош ғаиләләре менән дә киләләр. Кешеләр битлектәрҙе ҙур ҡәнәғәтлек менән алалар , рәхмәттәр уҡыйҙар. Беҙ ҙә, үҙ сиратыбыҙҙа, уларға сәләмәтлек теләп оҙатып ҡалабыҙ, - ти ҡала үҙәк китапханаһы мөдире Светлана Янгалова.
Үҙәк ҡала китапханаһы китапханасыһы Ильгина Вәлиева менән китапхананың хоҡуҡи мәғлүмәт үҙәге һәм электрон хеҙмәттәр бүлеге мөдире Лариса Ғиззәтуллина ла изге эш эшләүҙәренән бик ҡәнәғәттәр.
- Бөгөн беҙ ҙә ирекмәндәр ролен үтәйбеҙ. Кешеләр шул тиклем ҡәнәғәттәр. Уларҙың шат йөҙөн күреү күңелгә рәхәтлек тойғоһо бирә. Айырыуса өлкән йәштәгеләр рәхмәт уҡый. Бихисап битлек тараттыҡ бөгөн. Уларҙың бер тапҡыр һәм күп тапҡыр ҡулланыла торғандары ла бар. Бөтә был саралар коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡумаҫ өсөн эшләнелә, - ти ирекмәндәр.
Оло йәштәге инәй ҡыуана-ҡыуана алды битлекте.
- Дарыуханаларҙа юҡ әле ул битлектәр. Булһа ла ҡыйбат. Ике сәғәт һайын алыштырып торорға кәрәк уларҙы. Ҡайҙан аҡса еткермәк кәрәк. Бик рәхмәтлемен был акцияға, - ти инәй.