Дәүләт хеҙмәте порталы балаларға түләү ғаризаларының күплеге арҡаһында ҡабул итеп өлгөрә алмай, тәүлегенә генә сайтҡа миллиондан ашыу ғариза килгән, тип белдерҙе РФ Президенты Владимир Путин.
Элемтә министрлығында ғаризаларҙың рекордлы һанынан һуң дәүләт хеҙмәте порталының ҡеүәте арттырылды, сайт хәҙер тотороҡло эшләй, тип хәбәр итәләр.
Ошо уҡ ведомство мәғлүмәттәре буйынса 12 майҙа сайтҡа 17 миллион ҡулланыусы ингән, уларҙан түләү алыуға ике миллиондан ашыу ғариза ебәрелгән. Был апрелдәге уртаса күрһәткестән ун тапҡырға күберәк.
Дәүләт башлығы Владимир Путин 1 июндән 3 йәштән алып 15 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләр 10 мең аласағы тураһында белдергәйне. Ғаризаны бер нисә ысул менән биреп була: дәүләт хеҙмәте порталы аша, Пенсия фонды бүлеге аша һәм күп функциялы үҙәккә барып. 1 октябргә тиклем мөрәжәғәт итергә мөмкин. Росстан мәғлүмәттәре буйынса, түләүҙе 23 миллион тирәһе бала алыуы мөмкин.
#ВладимирПутин