"Экология" милли проекты сиктәрендә Краснокама районындағы Түбәнге Кама һыуһаҡлағысына 60 меңгә яҡын уҡбалыҡ ебәрелгән.
Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 10-12 грамм ауырлыҡтағы уҡбалыҡтар Һамар өлкәһенең балыҡ заводында үҫтерелгән. Ҡиммәтле балыҡтарҙы һатып алыуҙы республиканың һыу ресурстарына зыян килтергән предприятиелар финанслаған.
«Экология» милли проектының төп бурыстарының береһе - һыу объекттарын экологик яҡтан һауыҡтырыу һәм уларҙың биологик төрлөлөгөн һаҡлау.
#Миллипроекттар