газета "Салауат"
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Май 2020, 14:41

Битлек кей! Юғиһә, штраф түләрһең.

12 майҙан республикала битлек кейеп йөрөүгә етди талаптар индерелде.

12 майҙан республикала битлек кейеп йөрөүгә етди талаптар индерелде.
Башҡортостанда битлек режимын боҙған өсөн штрафтар индерелде.

*граждандар өсөн - 1-3 мең һум, ҡабаттан боҙған осраҡта - 3-5 мең һум;

*вазифалы кешеләр өсөн - 5-15 мең һум, ҡабаттан боҙған осраҡта - 15-30 мең һум;

*юридик берәмектәр өсөн - 50-100 мең һум, ҡабаттан боҙған осраҡта - 100-200 мең һум;
12 майҙан Башҡортостанда изоляция режимы йомшартылды. Ирекле йөрөргә рөхсәт ителде, ләкин йәмәғәт урындарына - магазиндарға, банктарға, күп функциялы үҙәктәргә барғанда битлек һәм бирсәткә кейеү мотлаҡ.
Республика ҡала-райондарында хоҡуҡ һаҡлау органдары рейдтар уҙғара. Әгәр битлек кейеп йөрөүгә халыҡ һалҡын ҡараһа, коронавирустан ауырыусылар һәм үлеүселәр һаны башҡа илдәрҙәге кеүек ҡапыл артасаҡ. Ул илдәрҙә йәшәүселәрҙең яртыһы был сир менән ауырыған һәм үлем алты процентҡа тиклем тәшкил иткән.
Читайте нас: