“Бөгөн коронавирус менән сирләгән пациенттар республиканың 43 медицина учреждениеһында дауаланыу үтә. Был бик уңайһыҙ. Шуға күрә дауахананы төҙөп бөтөү менән сирлеләрҙе унда күсерергә кәрәк. Бик булмаһа, Өфөгә яҡын райондарҙан булһа ла. Мин был эште 25 майҙан 29 майға тиклем башҡарыуҙы һорайым. Бында шарттар ҙа, дауалау ҙа, техник йыһазландырыу ҙа күпкә яҡшыраҡ, – тине Радий Хәбиров.
Бынан тыш, төбәк етәксеһе 20 майҙан алып госпиталь янындағы ятаҡтарға медицина персоналын урынлаштыра башларға тәҡдим итте. Алдараҡ хәбәр итеүебеҙсә, был ятаҡтар әллә ҡасан төҙөлөп бөттө, әҙер.
Хәтерегеҙҙә булһа, был инфекция үҙәген март аҙағында төҙөй башлағайнылар. Медицина учреждениеһы 16 мең квадрат метр ерҙе биләй. Унда 100 палата буласаҡ. Уларҙың 82-һе айырым боксты, ә 18-е реанимация бүлексәһен тәшкил итәсәк. Дауахана 450-гә тиклем сирлене ҡабул итәсәк. Үҙәк эсенә шулай уҡ диагностика, дезинфекция, лаборатория, дарыухана һәм үҙәк стерилләштереү бүлексәләре инә.
Дауахананы төҙөү 971 миллион һумға төшә, уны медицина ҡорамалдары менән тәьмин итеү өсөн 826 миллион һум тотоноласаҡ. Объектты тапшырыу 25 майға тәғәйенләнгән. Был турала Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров һөйләне.
Әле биҙәү эштәре менән берлектә тирә-яҡ биләмәне төҙөкләндереү ҙә бара. Тәүлек әйләнәһенә алһыҙ-ялһыҙ тир түккән төҙөүселәр эште ваҡытында тамамлар һәм билдәләнгән ваҡытта бында дауалау башланыр тип көтөлә.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.