газета "Салауат"
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Май 2020, 10:00

Сабыйҙар тиҙерәк һауыҡһын өсөн

Күптән түгел баш ҡаланың 17-се балалар дауаханаһына "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә “Асыҡ мөхит” республика программаһы буйынса дауалау-реабилитация карауаттары һатып алынған.

Күптән түгел баш ҡаланың 17-се балалар дауаханаһына "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә “Асыҡ мөхит” республика программаһы буйынса дауалау-реабилитация карауаттары һатып алынған. Дауалаусы карауаттар яңы тыуған сабыйҙар өсөн тәғәйенләнгән һәм неврологик патологияларҙан яфаланған бәләкәстәрҙе һөҙөмтәлерәк реабилитациялау, балалар инвалидлығын иҫкәртергә лә ярҙам итә.
Белгестәр әйтеүенсә, дауалау-реабилитация карауаты балаларға тыуғандың тәүге көндәренән үк уникаль массаж яһарға мөмкинлек бирә. Ул тирегә, мускулдарға йомшаҡ механик тәьҫир яһай, үҙәк нервы системаһына сигналдар биреүҙе ҡеүәтләй. Һөҙөмтәлә, тын алыу үҙәктәре, ҡан йөрөшө яҡшыра, нервы системаһының зыян күргән өлөштәре йүнәлә. Был карауат бәләкәстәрҙең һауығыу ваҡытын күпкә ҡыҫҡартасаҡ.
#Миллипроекттар
Читайте нас: