газета "Салауат"
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Май 2020, 14:13

Әнүәр Нурғәлиевты тағы ниҙә ғәйепләйҙәр?

«Туҡып торалар бит инде, өлкәндәр янына ҡайтмағыҙ тип. Һеҙгә һабаҡ булмаған икән әле», - тип комментарий ҡалдырған берәү.

«Туҡып торалар бит инде, өлкәндәр янына ҡайтмағыҙ тип. Һеҙгә һабаҡ булмаған икән әле», - тип комментарий ҡалдырған берәү.
Яратҡан йырсыбыҙ Әнүәр Нурғәлиев ауылда әсәһенең әхирәттәре менән төшкән фотоһын Инстаграм битендә урынлаштырған.
«Байрамға атай янына ҡайтып килдем. Фотола әсәйемдең әхирәттәре Тәнзилә апай менән Фәүзиә апай», — тип яҙған йырсы.
Әнүәр Нурғәлиевтең виртуаль дуҫтары атаһының хәле менән ҡыҙыҡһына.

Әммә йырсыны яуапһыҙлыҡта ғәйепләүселәр ҙә бар. «Туҡып торалар бит инде, өлкәндәр янына ҡайтмағыҙ тип. Һеҙгә һабаҡ булмаған икән әле», — тип комментарий ҡалдырған берәү.
«Әнүәр, атайың янына ҡайтып, бик яҡшы эшләгәнһегеҙ. Телевизорҙан һөйләнгән бөтә ялғанды ҡарап ултырыусылар күберәк сирләй әле. Идиотизм сире — бөтөнләй терелтеп булмай торған сир», — тип яҡлаусылар ҙа табылған.

Нисәмә кеше, шунса фекер, ҡыҫҡаһы. Иң мөһиме, үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы һаҡлайыҡ, уяулыҡты юғалтмайыҡ.

Фото: Vk.com
Автор: Самат Ғәлин ("Башҡортостан" гәзитенән) https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/n-r-Nur-lievti-ta-i--yepl-y-r-262071/
Читайте нас: