Спиртлы эсемлектәр эсеп алған ике күрше араһында бәхәс ҡуба. Йорт хужаһы, 70 йәшлек пенсионер, ҡыҙыулыҡ менән бысаҡҡа үрелә һәм әшнәһенең күҙенә сәнсә. 68 йәшлек зыян күреүсе ирҙең күҙ алмаһы йәрәхәтләнә. Ул "Ашығыс ярҙам" машинаһы менән дауаханаға оҙатыла.
Ғәйепләнеүсене хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре ҡулға ала, ул үҙ ғәйебен тулыһынса таный, бысаҡ тартып алына. Күршеһенең һаулығына зыян килтергән иргә енәйәт эше ҡуҙғатылған, закон алдында ул тулыһынса яуап бирәсәк.
Эскелектең бер ваҡытта ла яҡшыға килтермәүе хаҡында күпме иҫкәртеүгә ҡарамаҫтан, спиртлы эсемлектәр түрҙән урын алған табындарҙың аҙағы һәр саҡ насар тамамланыуға ҡарамаҫтан, үҙ-үҙеңде изоляциялау осоронда ла һаман булһа эсергә теләүселәрҙең булыуы хайран итә.