Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ғәмәлдәге изоляция режимы менән бәйле ҡайһы бер сикләүҙәрҙе бөтөрҙө. Атап әйткәндә, халыҡҡа ирекле йөрөргә рөхсәт ителде, парктарға һәм скверҙарға, балалар майҙансыҡтарына инергә ярай, ләкин санитар ҡағиҙәләрҙе үтәү мотлаҡ. Бынан тыш, битлек режимы көсәйтелде. Республика етәксеһе тейешле указға ҡул ҡуйҙы.
Башҡортостанда эшләү тыйылған предприятиелар һәм ойошмалар исемлеге төҙөлә (кинотеатрҙар, бассейндар, фитнес-клубтар, музейҙар һәм башҡа сир йоҡтороу хәүефе юғары булған, кешеләр күп йыйылған урындар). Бынан алда Владимир Путин, элеккесә күп кеше ҡатнашлығындағы саралар уҙғарылмай, тип белдерҙе.
«Беҙ быға тиклем эшләмәгән предприятиеларға эшләргә рөхсәт итәбеҙ, әммә ҡайһы бер шарттарҙы үтәү мотлаҡ (барлыҡ санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе үтәү, айырым инеү урыны, майҙанға талаптар). Бынан алда эшләргә рөхсәт ителгән предприятиелар, санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе үтәп, үҙ эшмәкәрлектәрен дауам итә», — тине Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров.
Предприятиелар һәм категориялар буйынса эшмәкәрлек төрҙәре исемлеге тиҙҙән баҫылып сыға.
«Изоляция режимына килгәндә, халыҡҡа ирекле йөрөргә рөхсәт итәбеҙ, быға тиклем ғәмәлдә булған барлыҡ сикләү нормалары бөтөрөлә. «Дорога02» сайты ябыла. Шулай уҡ парктарҙа, скверҙарҙа ирекле йөрөргә мөмкин, ләкин санитар-эпидемиологик нормаларҙы үтәргә кәрәк», — тип асыҡлыҡ индерҙе Радий Хәбиров.
Урамға сығырға тыйылған сәғәттәр билдәләнә: 65 йәшлектәр һәм унан өлкәндәргә, шулай уҡ хроник сирҙәр менән яфаланғандарға – киске сәғәт 8-ҙән таңғы 6-ға тиклем.
Уҡыусыларға киске 8-ҙән көндөҙгө 2-гә ҡәҙәр урамда йөрөү тыйыла.
Йәмәғәт транспортында, магазиндарҙа, банктарҙа, күп функциялы үҙәктәрҙә, башҡа йәмәғәт урындарында һәм урамда битлек режимын мотлаҡ үтәүгә контроль көсәйтелә.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы