Әлеге күрһәтмәләргә ярашлы, беренсе этапта ҙур булмаған кейем-һалым һәм аяҡ кейеме магазиндары асыласаҡ, тип хәбәр итә ТАСС, Роспотребнадзор вәкиле Татьяна Руженцованың белдереүенә һылтанып. Сауҙа нөктәһенең майҙаны 400 квадрат метрҙан артыҡ булмаҫҡа тейеш.
Шулай уҡ әлеге этапта матурлыҡ салондары, ательелар, көнкүреш хеҙмәте күрһәтеүсе предприятиелар эш башлаясаҡ.
Икенсе этапта балалар баҡсалары асыла, ә мәктәптәргә һәм уҡыу йорттарына бары тик өсөнсө этапта ғына эш башларға рөхсәт итәсәктәр. Театрҙар, музейҙар, бассейндар һәм спорт залдары ла өсөнсө этапҡа ҡалдырыла.