Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы план тәртибендә пациенттарҙы ҡабул итә башлай, әммә сикләүҙәр бар. Хирургия корпусы эшләй башлай, ләкин дауаханаға һалыу өсөн коронавирусҡа анализ һөҙөмтәһе булырға тейеш. Шулай уҡ дауаханаға ятырҙан алда дауахананың үҙендә мазок бирергә кәрәк.
Бала табыу йорто һәм гинекология бүлексәһе эш башлай.
Республика клиник дауаханаһы поликлиникаһы Ситтән тороп консультациялар үҙәге аша эшләй. Йәғни белгестәр РМИАС мәғлүмәт системаһы аша телемедицина ярҙамында консультациялар үткәрә.
Шул уҡ ваҡытта дауаханала 120 койкаға иҫәпләнгән «ковид» госпитале эшен дауам итә.
Дауаханала әйтеүҙәренсә, барлыҡ бүлексәләрҙә эпидемияға ҡаршы саралар, дезинфекция үткәрелгән, пациенттар һәм хеҙмәткәрҙәр ағымын бүлеү өсөн шлюздар эшләнгән.