газета "Салауат"
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Май 2020, 19:45

Аҡсаһына ҡыҙығып ҡалған тип әйтеүселәр ҙә бар

Көслө рухлы егет Рөстәм Нәбиев, ауыр һынауҙарға ҡарамаҫтан, матур ғаилә ҡороп, тормош иптәше Индира менән ике ҡыҙ тәрбиәләй. Социаль селтәрҙәрҙә уларҙың ғаиләһе хаҡында йыш яҙыла, улар үрнәк итеп күрһәтелә, әммә әсе телле кешеләр ҙә табылып тора, ҡатыны Рөстәм менән тик аҡса арҡаһында ғына йәшәй, тип яҙма ҡалдырыусылар ҙа табыла.

Ошондай фекер йөрөтөүселәрҙең бер төркөмө Рөстәмдең үҙе, икенселәре ата-әсәһен бай тип уйлай.
«Бер кемгә бер нимә лә иҫбатларға уйламайым», - тип яҙа Рөстәм Нәбиев һәм үҙенең тормошонан бер нисә фактты килтерә:
- Теге фажиғә булғансы беҙ Индира менән инде 5 йыл осрашып йөрөнөк. Армияға киткәнсе минең юғары түләүле эшем түгел, хатта хеҙмәт кенәгәм дә юҡ ине.
- Минең ата-әсәйем бер хеҙмәт хаҡын икенсеһенә еткереп йәшәй. Мин Мәскәүҙә реабилитацияла ятҡанда, улар бурысҡа инеп мине дауалау өсөн аҡса йыйҙы. Атайым хатта йыйыштырыусы булып та урынлашты, аҙ булһа ла аҡса булһын тип. Атайымдың ҡатыны Алина миңә дауаханала ярҙам иткән арала атай урамдар һепереп, сүп йыйып йөрөгән. Мин уларға ғүмерем рәхмәтле буласаҡмын, шуға күрә хәҙер булдыра алғанса үҙем ярҙам итәм.
- Әле булған нәмәләребеҙҙең барыһы ла намыҫ менән эшләп алынған. Мәҫәлән, үҙемдең тәүге миллионымды, хатта ике ярым миллион һумымды паралимпия спорт менән шөғөлләнеп алдым. Следж-хоккей буйынса беҙҙең команда Бөтә Рәсәй уйындарында икенсе урынға сыҡты һәм һәр уйынсы ошондай гонарар алды. Ошо аҡсаға өйлө булдыҡ.
- Хәҙер беҙ Индира менән инстаграмда аҡса эшләйбеҙ.
- Әгәр кешеләр кем менәндер аҡса өсөн йәшәп була тип уйлай икән, улар ысын йөрәктән ярата белмәй. Һәр уңыштың нигеҙендә тир һәм күҙ йәштәре аша ирешелгән юл ята.
Читайте нас: