Был һорауға Хөкүмәттә үткән оператив штабтың видеоконференцияһында республиканың мәғариф министры Айбулат Хажин аныҡ яуап бирҙе.
Шулай итеп, башланғыс класс уҡыусылары, 1-4-се кластар уҡыу йылын 22 майҙа тамамлай. 5-тән 11-се класҡа тиклемге уҡыусылар өсөн һуңғы уҡыу көнө 29 майҙа буласаҡ. 30 майҙан улар каникулға китә.
- Мин баштан уҡ быйылғы уҡыу йылын аҙағына тиклем еткереү яҡлы инем, - тине быға Радий Хәбиров.