Күмәк саралар ойошторолу тыйылһа ла, кешеләр бөтә һаҡланыу сараларын үтәп үҙҙәренең „Үлемһеҙ полк“ын ойошторғайны. Улар атай-олатайҙарының фотоһүрәттәрен тотоп сыҡҡан, күҙҙәрендә илебеҙ тыныслығы өсөн көрәшкән яугирҙәрҙең батырлығы, ҡаһарманлығы өсөн ғорурлыҡ тойғолары сағыла.
Апалы-һеңлеле Рәйсә Мөҙәрис ҡыҙы Ғүмәрова („Салауатбыяла“ йәмғиәтенең метрологы) һәм Фәриҙә Мөҙәрис ҡыҙы Мөхәмәтдиннова (Салауат балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы) олатайҙарының портреттарын тотоп сыҡҡандар.
- Олатайҙарыбыҙ Әсләмов Мирзасалих Әсләм улы һәм Исрафилов Кәшбетдин Мифтахетдин улы үҙ теләге менән яуға китә. Икеһенә лә һуғыштан имен-аман ҡайтырға насип булмай. 1942 йылда уҡ хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында ҡағыҙ килә. Атай-әсәйҙәребеҙ атай төҫөн белмәй үҫте. Шуныһы үкенесле, ҡайҙа ерләнгәндәрен дә белмәйбеҙ. Беҙ уларҙы ҡәҙерләп иҫкә алабыҙ, улар менән ғорурланабыҙ.
Әлфиә Минеәхмәтова, 1-се лицейҙың китапхана мөдире.
- Ике олатайым да һуғышта ҡатнашты. Тәүгеҙе Фәйзуллин Фәсхетдин Ғатаулла улы 1918 йылдың 20 сентябрендә Мәләүез районы Нурдәүләт ауылында тыуа. Бик иртә етем ҡала. 14 йәшендә аҡса эшләргә сығып китә. Тула кондитер фабрикаһында йөк ташыусы булып эшләй. Шунан һуғышҡа алына ла инде. Һуғыштың башынан аҙағынаса бер яраһыҙ үтеп сыға. Бик күп миҙалдары бар. Ҡайтҡас, өләсәйем Минисара Ниғмәтйән ҡыҙына өйләнә. Дүрт балаға - өс ҡыҙға һәм бер улдарына ғүмер бүләк итәләр. Туғыҙ ейәне һәм 8 бүләһе бар. Олатайым менән өләсәйем ауыр, әммә бәхетле ғүмер кисерҙе. ауылдаштары улар менән ғорурланыр ине. Беҙ ҙә улар менән сикһеҙ ғорурланабыҙ.
Икенсе олатайым Монасипов Мөхамәт Мөхәмәҙи улы 1920 йылдың 25 декабрендә Архангел районы Асҡын ауылында донъяға килә. Әсәһе уға алты ай булғанда ғына яҡты донъяларҙан китеп бара. 1940 йылда һуғышҡа алына. Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә. Шунан һуғышҡа алына. аяһыҙ алыштарҙың береһендә башы ҡаты яралана. Алты ай госпиталдә ята. Һуңынан ҡабат Совет Армияһы сафтарына әйләнеп ҡайта. Венгрияны, Чехословакияны, Австрияны азат итеүҙә ҡатнаша. Еңеүҙе Германияла ҡаршылай.Т ыуған яҡтарына 1945 йылдың декабрендә ҡайта.Ҡайтҡас өләсәйем Миңлегөл Сабир ҡыҙына өйләнә. 50 йылдан ашыу матур ғүмер кисерәләр, һигеҙ бала - дүрт ҡыҙ һәм дүрт ул тәрбиәләп үҫтерәләр. 21 ейәне, 18 бүләһе бар. Беҙ уларҙы һәр ваҡыт ҡәҙерләп иҫкә алабыҙ.
Оксана Редькина, 9-сы йорт идаралығының баш инженеры.
- Олатайым Шевцов Василий Федорович 1942 йылда Совет Армияһы сафтарына алына. Амур флотының мина траллерында хеҙмәт итә. Һуғышты 1945 йылдың сентябрендә тамамлай. тыуған яҡтарына 1950 йылда ғына әйләнеп ҡайта. Ул - беҙҙең һәр саҡ хәтерҙә. Яратабыҙ, һағынабыҙ, онотмайбыҙ!